БСТ каналының тауыш режиссеры Ләйлә Владимирова милли көйҙәрҙе аранжировкалап бейеү өсөн яраҡлаштыра

Башҡорт музыкаһына һөйөү менән. БСТ каналының тауыш режиссеры Ләйлә Владимирова милли көйҙәрҙе аранжировкалап бейеү өсөн яраҡлаштыра. Әле музыкант яңы альбом өҫтөндә эшләй. Электрон музыканы ижад итеү мәлен БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күҙәтте.

Яңы һулыш алған «Ҡарабай» башҡорт халыҡ йыры интернет киңлектәрендә популярлыҡ яулай. Әле уны 700 меңдән ашыу кеше тыңлаған. Көйҙө Ләйлә Владимирова аранжировкалаған. Ул башҡорт көйҙәренә яңыса ҡараш тәҡдим итә.

Башҡорт көйҙәрен электрон музыкаға күсереү менән Ләйлә ике йыл элек шөғөлләнә башлай. Быға республика райондары буйлап сәйәхәт итеү, тыуған яҡтың хозур тәбиғәте илһамландырҙы, ти ул. БСТ каналаның тауыш режиссеры музыканы «Хан ҡыҙы» псевдонимы аҫтында ижад итә.

Тәүҙә программист булырға хыялланған ҡыҙ, үҙен музыка өлкәһендә таба. Оҫта итеп ҡурай ҙа тарта, думбыра ла сиртә. Аранжировка эшләргә дуҫ музыканттарын да йәлеп итә.

Пульт артында Ләйләне йыш ҡына түбәтәйҙә күрергә мөмкин. Баш кейеме уға олатаһынан ҡалған.

Барлыҡ аранжировкалар ҙа етди тәнҡитсе - әсәһе аша үтә. Тап уның кәңәштәре көс-дәрт өҫтәй. Ләйләнең күңеленә оҡшаған һөнәр төп эшкә әйләнде - быға шатланаһы ғына ҡала, ти Зөһрә ханым.

Яҡын арала «Хан ҡыҙы»ның 9 көйҙө үҙ эсенә һыйҙырған «Баш» альбомы донъя күрәсәк. Тағы бер хыял - ҙур концерт ойоштороп, һәр кемде башҡорт электрон музыкаһына бейетеү.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ