Бүздәк районы Түреш ауылы мәсете имам-хатибы Лотфулла Гәрәев 95 йәшен билдәләне

Тыуған ерҙән алған көстө - халыҡҡа. Бүздәк районы Түреш ауылы мәсете имам-хатибы Лотфулла Гәрәевтың бар булмышы яҡташтарына, тыуған төйәгенең рухи ҡөҙрәтен күтәреү бәйле. Рухи остаз 95 йәшен билдәләне. Замандашыбыҙҙың ғүмер байрамына арналған сара тотош төбәк халҡын бергә йыйҙы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Түреш ауылы мәсетендә үткән сара доға-сүрәләр, изге теләктәр менән үрелеп барҙы. Тәбрикләү һүҙҙәре Бүздәк районы аҡһаҡалы Лотфулла Гәрәев хөрмәтенә әйтелде. 95 йәшен билдәләнгән замандашыбыҙҙы ҡотларға ауылдаштары ғына түгел, республика район-ҡалаларынан да килгәйнеләр.

Ваҡытында республика юл-транспорт тармағы үҫешенә тос өлөш индергән Лотфулла Гәрәев хаҡлы ялға сыҡҡас та дин юлына баҫа . Тыуған ауылында мәсет асыу ҙа тап уның башланғысында тормошҡа ашырыла. 1995 йылда иман йорто сафҡа ингәс тә халыҡты Ислам тәғлимәттәрен өйрәтеүгә тотона. Мәккәгә барып ҡайта.

Изге теләктәр тыңланғас та һүҙ юбилярға бирелде. Лотфулла хажи халыҡҡа вәғәз-нәсихәт уҡып, үҙ миҫалында тормош мәғәнәһен еткерҙе.

95 йәшен билдәләүенә ҡарамаҫтан, Лотфулла Гәрәевта бөгөн дә күркәм һыҙаттар сағылыш тапҡан. Шуға ла уға зирәк зиһене, үткер фекере, аҡыллы кәңәштәре өсөн хөрмәт менән ҡарайҙар.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ