«Һырғалаҡ - 2024», ғәҙәттәгесә, меңләгән спорт һөйөүсене бер майҙанға йыйҙы. Локотки ауылы янындағы яланда ҡышҡы ял байрамы үткәреү матур йолаға әүерелгән. Быйыл да сараға Өфө ҡалаһы һәм районынан ғына түгел, республиканың башҡа төбәктәренән дә халыҡ килде. Саңғы ярышы, ҡышҡы футбол һәм волейбол - ҡатнашыусылар тағы ла ниндәй спорт төрҙәрендә көс һынашты? БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина һөйләр.
Йыр - ҡыуаныс та, йыуаныс та. Ә сәмле саңғы ярышында ихтыяр көсө лә өҫтәй. Трассала - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән пенсионерҙар. Тик был һүҙҙә генә, ысынбарлыҡта иһә саңғы кейеүселәрҙең күбеһе спорт менән күптән дуҫ.
Кемдер бер үҙе, кемдер бөтә ғаиләһе менән сәләмәт тормошто үҙ итә. Ата-әсәләр һәм балалар айырым эстафетала сығыш яһаны. Өфөнән Ғайсиндар ғаиләһендә өлкәне лә, кесеһе лә саңғыла оҫта елдерә. Шуға ла ярышта уларҙың беренсе килеүе осраҡлы түгел.
Ҡышҡы футбол, хоккей, волейбол. Майҙанда һәр кем күңеленә ятҡан спорт төрөндә көсөн һынай алды. Волейболда Өфөнөң төрлө предприятиелары командалары сығыш яһаны.
Спорт ярыштары ғына түгел, йылы сәй ҙә тәнде йылыта, кәйефте күтәрә. Урамда һыуыҡ һауа торошо булһа ла, халыҡ өшөмәне, ваҡытын күңелле үткәрҙе.
Байрам дәртле бейеү һәм йырҙар менән үрелеп барҙы. Күңелле хороводтан беҙҙең ижади төркөм дә ситтә ҡалманы.
Рәзилә Ғиниәтуллина



