“Маҡсатыбыҙ районыбыҙҙы тағы ла матурыраҡ итеү, уңайлы шарттар булдырыу”, - ти Балтаста йәшәүселәр. Райондан штаттан тыш хәбәрсебеҙ Айҙар Сираев яҙмаһы.
Башҡортостанда урындағы башланғыстарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башлай. Вице-премьер-финанс министры Лира Иғтисамова белдереүенсә, был программа 10 йыл эшләп килә. Халыҡ үҙе йәшәгән биләмәне үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша, был эшкә эшҡыуарҙар йәлеп ителә, йыйылған аҡса, шулай уҡ бюджет сығымдары контролгә алына, һөҙөмтә лә күренә. Башлыса юлдар төҙөкләндерелә, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыла, һыу үткәрелә, спорт һәм балалар майҙансыҡтары булдырыла.







