Рәсәй белем биреү сифаты буйынса донъяла алдынғылар исемлегендә. Ил хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова 2023 йыл һөҙөмтәләре менән таныштырғанда ошо турала белдерҙе. Рәсәйҙә 2019 йылдан башлап “Мәғариф” милли проекты буйынса 6 мең мәктәп төҙөлгән һәм яңыртылған, 1 мең 700-гә яҡын балалар баҡсаһы асылған. Һалынған һәм ремонтланған мәктәптәр һәм балалар баҡсалары һаны буйынса Башҡортостан да лидерҙар рәтендә. Был ҡаҙаныш өсөн беҙҙең республика Рәсәй Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. “Ғорурланырлыҡ уңыш. Башҡоростан башҡа төбәктәргә үрнәк булып тора”, - ти Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.







