«Торатау» конгресс холында үткән сараға Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларында йәшәүсе ғаиләләр йыйылды. Уның сиктәрендә «ИКаРенок» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүселәре билдәләнде. Ярышта барлығы 10 ғаилә көс һынашты. Уларҙың һәр береһе робототехника йүнәлеше буйынса проекттарын яҡланы. Конкурс балаларҙа иртә йәштән үк инженер, конструктор һөнәренә һөйөү уятыу маҡсатында ойошторола.






