Башҡортостан «Яңы дәүер өсөн көслө башланғыстар» форумына ғаризалар буйынса алдынғылар исемлегендә

Сараның маҡсаты - илдең үҙаллылығын нығытыу һәм милли маҡсаттарға ирешеүгә йүнәлтелгән башланғыстарҙы асыҡлау. Республика индерелгән тәҡдимдәр күләме буйынса икенсе йыл рәттән алдынғылар рәтендә. 2024 йылға Башҡортостандан 2135 ғариза ҡабул ителгән.

Радий Хәбиров форумдың «Губернаторҙар клубы» ултырышында ҡатнашып, республиканың был йүнәлештәге уңыш серен һөйләне. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, илебеҙ битараф булмаған, инициативалы кешеләр менән бай. Ләкин быға тиклем был ниәттәрҙе тормошҡа ашырырлыҡ механизмдар булманы һәм «Яңы дәүер өсөн көслө башланғыстар» форумы тап ошо етешһеҙлекте хәл итеүгә мөмкинлектәр аса.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ