«Осҡон» тип аталған ярыш Халыҡ-ара тыуған телдәр көнө, шулай уҡ Башҡорт теле көнө сиктәрендә ойошторолдо. Үҙенсәлекле бәйгене Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды менән берлектә ойошторған. Уйын барышын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.
«Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ» поэмаһының авторы кем? Викторина һорауҙарына яуап биреү өсөн Өфө колледждары студенттарына мәктәп программаһына ҡайтырға тура килде. Интеллектуаль уйын авторҙары башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәтенә ҡағылышлы ике тиҫтәгә яҡын һорау әҙерләгән. 6 команда үҙ белем йорто данын яҡланы. Һынау еңелдән булмаһа ла, уҡыусылар һыр бирмәне.
Белеме менән бер рәттән уҡыусылар йыр бейеүгә һәләтен күрһәтте. Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы - беренсе асыҡ интеллектуаль конкурс авторҙары командалар өсөн 4 һынау әҙерләгән. Таныштырыу, квиз һорауҙарына яуап биреү, видеоролик әҙерләү һәм сәхнәлә әкиәтте сәхнәләштереү - бар һынауҙар ҙа башҡорт телендә ойошторолған.
Командаларҙың сығышын жюри ағзалары баһаланы, иң сағыу сығыш яһаусыларға бағыУсылар бүләктәр ҙә әҙерләгән.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды Өфө куп профилле һөнәр биреү колледжының «Ете ырыу» командаһы яуланы. Майҙан хужалары - «Теге етәү» икенсе урынға сыҡты, Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы өсөнсө урын яуланы.
Бәйге киләсәктә матур йолаға әүерелер тип ышана ойоштороусылар.
Лилиә Мәҡсүтова






