Шаран районы Дүртөйлө ауылында «Юғалғанды тергеҙеү» төбәк-ара форумы үтте

Шаран районы Дүртөйлө ауылында «Айыҡ ауыл - 2023» республика конкурсы сиктәрендә «Юғалғанды тергеҙеү» төбәк-ара форумы үтте. Сарала күрше райондар, Мәскәү, Татарстан вәкилдәре ҡатнашты. Форум программаһына «Айыҡ ауыл - 2023» конкурсы сиктәрендә эшләп килгән «Юғалғанды тергеҙеү» проектын тормошҡа ашырыу индерелде. Сара «Акатуй», йәғни Һабантуй милли байрамын тергеҙеүҙән башланды. Байрамда төрлө милләт - башҡорт, рус, татар, марый ижади коллективтары сығыш яһаны.

35 градус һыуыҡҡа ҡарамаҫтан, ауыл биләмәһе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре халыҡ менән берлектә ауыл мәҙәниәт йорто алдында һалдат бутҡаһы, сәк - сәк бешереү һәм ҡоймаҡ ҡойоу буйынса тематик күргәҙмәләр һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Артабан форумда ҡатнашыусылар ауыл мәҙәниәт йорто фойеһында халыҡ ижады күргәҙмәһендә һәм ауылдың моделле китапханаһында булды.

Дүртөйлә ауылында йәшәйбеҙ, ғаиләбеҙҙә 3 бала тәрбиәләнә. Сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләндек, шатландыҡ.

Светлана Матвеева, Дүртөйлө ауылында йәшәүсе

«Айыҡ водитель» акцияһы һәм Айһылыу Хәләпова проекты буйынса ауылдың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия ла үткәрелде. Рәзифә Никифорова ауыл тарихы һәм унан сыҡҡан лайыҡлы кешеләр менән таныштырҙы. Оҙон ғүмерле 107 йәшлек Татьяна Алексеева тураһында һөйләне.

Форум ҡунаҡтарына «Самауыр» байрамы һәм сыуаш аш-һыуының милли ризыҡтары әҙерләп күрһәтелде. Шулай уҡ экскурсияла ҡатнашыусылар туғыҙ балалы Тимофеевтар ғаиләһе менән осрашты.

Дүртөйлө ауыл советы биләмәһе «Айыҡ ауыл» республика конкурсында дүртенсе тапҡыр ҡатнаша. Йәрәмкә ауылы еңеүсе булды, Ҡараҡашлы ауылы номинацияла еңде. Был юлы ла һынатмабыҙ. Айыҡ тормош өсөн берҙәм эш алып барабыҙ.

Ләйсән Ғибәтова, Дүртөйлө ауыл биләмәһе башлығы

Иннокентий Иркутский ғибәҙәтханаһы, Афғанстандан Совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 35 йыллығы хөрмәтенә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәйкәленә сәскә һалыу, ҡатын-ҡыҙҙар волейболы командаһы уйыны... Республика конкурсына Дүртөйлө ауыл халҡы лайыҡлы программа әҙерләгән. Иң мөһиме был көндө ауылдың сауҙа объекттарында спиртлы эсемлектәр һатылманы.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ