Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай спортҡа бәйле закон проектына төҙәтмә әҙерләгән. Ул букмекер конторалары һәм тотализаторҙар эшмәкәрлегенә ҡағыла. Ҡанун проекты буйынса спортсылар, тренерҙар, спорт судьялары, командалар етәкселәре һәм агенттар уйын һөҙөмтәһенә ставка ҡуя алмаясаҡ. Спорт федерациялары һәм лигалар ошондай осраҡтарҙы тикшереп законды боҙған өсөн яза бирергә тейеш. Ҡанун проекты был аҙнала пленар ултырышта беренсе уҡыуҙа ҡарала.







