Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, трассала милли проект буйынса йыл һайын өлөшләтә ремонт үткәрелеп килә. Быйыл Нижегородка ауылынан Таптыҡҡа тиклем 5 километр ара тәртипкә килтерелә. Ремонт майҙа башлана һәм йыл аҙағына тамамланырға тейеш. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса республикала быйыл 38 километр юл яңыртыла.







