“Берҙәм Рәсәй” “Милләттәр азатлығы өсөн” тигән беренсе халыҡ-ара форум уҙғарҙы

Унда Африка, Азия, Яҡын Көнсығыш, Латин Америкаһы һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән 55-тән ашыу ил ҡатнашты. Рәсәй президенты форумда килеүселәрҙе сәләмләп, башланғысты бик мөһим,тип билдәләне. “Беҙҙең ил колониаль система нигеҙҙәрен емереү һәм милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ярҙам итеү өсөн күп эш башҡарҙы. Үҙ аллы йәш дәүләттәргә хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, иҡтисадты аяҡҡа баҫтырыу, социаль, гуманитар мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса ярҙам күрһәтте.Халыҡ-ара хоҡуҡ принциптары, бер-береңә ышанысты нигеҙ итеп алған дәүләттәр менән хеҙмәттәшлеккә һәр саҡ әҙербеҙ”,-  тине Владимир Путин.

Фото №1 - “Берҙәм Рәсәй” “Милләттәр азатлығы өсөн” тигән беренсе халыҡ-ара форум уҙғарҙы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ