“Рухыбыҙ көслө, еңеүгә ышаныс ҙур”. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Усла Өфө” ҡушаматлы яугир шулай тип белдерҙе. Ул Баймаҡ районынан. Әле хәрби подразделениеларҙың береһендә медицина хеҙмәте етәксеһе.
“Алғы һыҙыҡта ла гүзәл зат икәнебеҙҙе онотмайбыҙ”, - ти “Усла Өфө”. “Беҙҙе хәстәрләгән, даими ярҙам ебәреп торған кешеләр күп” – ти ул.
Республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр һәм 45 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар алына. Гүзәл заттар алғы һыҙыҡта медицина хеҙмәткәре, элемтәсе һәм ашнаҡсы булып эшләй ала. Берҙәм белешмә телефоны: 117.







