Баймаҡ ҡалаһында асылған яңы балалар поликлиникаһы тулы ҡеүәтенә эшләй

Табиптар көн һайын уртаса 300 кескәй пациентты ҡабул итә. Медицина учреждениеһында ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү, рентген, УЗИ, процедура кабинеты, сәләмәт бала,  амбулатор ҡабул итеү,  дауалау–физкультура залы, консультация, диагностика, әсә һәм уйын бүлмәләре урынлашҡан. Шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тейешле шарттар булдырылған.

Баймаҡ ҡалаһында асылған яңы балалар поликлиникаһы тулы ҡеүәтенә эшләй

Балалар поликлиникаһы 21 участкаға бүленгән. Яңы медицина учреждениеһында 15 меңдән ашыу балаға медицина ярҙамы күрһәтелә. Балалар поликлиникаһы мөдире  Алһыу Хисмәтуллина һөйләй.

Баймаҡ ҡалаһында асылған яңы балалар поликлиникаһы тулы ҡеүәтенә эшләй

Заманса яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған медицина учреждениеһы  уҙған йылдың декабрь аҙағында сафҡа инде.  Ул   “Сәләмәтлек” милли проекты буйынса төҙөлдө.

Фото №1 - Баймаҡ ҡалаһында асылған яңы балалар поликлиникаһы тулы ҡеүәтенә эшләй
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ