Өфөлә танылған режиссер Азат Нәҙерғоловтың хәтер кисәһе уҙғарыла

Башҡортостандың халыҡ артисы былтыр 1 мартта вафат булды. Уға 60 йәш ине. Азат Нәҙерғолов хеҙмәт юлын актер булараҡ Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай. Оҙаҡ йылдар Милли йәштәр театрында художество етәксеһе вазифаһын башҡара. Ул төрлө театрҙарҙа спектаклдәр ҡуя, шулай уҡ ҙур сараларҙың режиссеры була. “Азат Әхмәҙулла улы үҙ эшенең ысын оҫтаһы ине. Тыуған ерен, хеҙмәтен, студенттарҙы яратты”, - ти Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы Гөлсәсәк Саламатова.

Өфөлә танылған режиссер Азат Нәҙерғоловтың хәтер кисәһе уҙғарыла

Азат Нәҙерғоловтың хәтер кисәһе 26 февралдә була. Сара Өфө дәүләт сәнғәт институтының Ғабдулла Ғиләжев исемендәге уҡыу театрында үтә.

Фото №1 - Өфөлә танылған режиссер Азат Нәҙерғоловтың хәтер кисәһе уҙғарыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ