Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Башҡортостан хәрбиҙәре 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү аласаҡ. Бындай хоҡуҡ менән 2023 йылдың 11 ноябренән мобилизация буйынса хеҙмәт иткән һәм Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән граждандар файҙалана ала. Республика башлығы указына ошо туралағы үҙгәреш 19 февралдә үҙ көсөнә инде. Алдараҡ, Рәсәй Гвардияһы составындағы ирекле формированиеларҙа ҡатнашыусылар берҙәм өлгөләге хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын аласаҡ, тип хәбәр ителгәйне.






