Башҡортостанда «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһында ҡатнашыуға конкурс проекттарын ҡабул итеү башланды. Ҡала округтары, шулай уҡ ҡала һәм ауыл биләмәләре проекттары айырым һайлап алына. Ғариза биреүселәр комиссияға ҡағыҙ һәм электрон форматтағы документтар пакетын тапшыра ала. Һайлап алыу туры 19 мартҡа тиклем дауам итә. «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» республика программаһы буйцынса бер проектҡа 1 миллион 200 мең һумға тиклем аҡса бүленә.
20 февралдә шулай уҡ мәктәпте бюджетлау башланғысы һәм предуниверсарий селтәрен үҫтереү буйынса проекттар ҡабул итеү тамамлана. Конкурсҡа барлығы 250-нән ашыу проект тапшырылған. Республика бюджетынан бер мәктәптең проектың тормошҡа ашырыуға - 500 мең һумға тиклем, ә предуниверсарийҙар проектына 2 миллионға тиклем аҡса бүленә.






