Быйыл ул мәғариф учреждениеһының биш йыллығына арналды. Балда Рәсәй милли гвардияһы федераль ғәскәрҙәрендә белем алған гвардеецтарҙан тыш, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге профилле класс уҡыусылары ла ҡатнашты.
Сараға абруйлы ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны. Улар Башҡортостан мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф бүлеге әйҙәүсе белгес-эксперты Юлиә Исмәғилева, Рәсәй федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәренең федераль хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Евгений Лисица һәм Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте мәғариф бүлегенең тәрбиә эше буйынса әйҙәүсе инспекторы Әлмира Сәйфетдинова. Гвардеецтар « тантаналы ант»ҡабул итте. Уҡыу алдынғыларына ҡала мәғариф бүлеге һәм 23-сө полилингваль мәктәптең маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.






