«Тағы ла мөхәббәт тураһында...» Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театрында мәктәп уҡыусылары өсөн күләмле ижади проект тормошҡа ашырыла. Йәш артистар һәм балалар театр студияһы тәрбиәләнеүселәре сәхнәлә популяр йырҙар башҡара, гитарала уйнай һәм билдәле шағирҙарҙың әҫәрҙәрен уҡый. Сираттағы тамаша менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Спектакль урынына рухлы йырҙар. «Нур» театры артистары йәш тамашасыларға яңы проект әҙерләгән. Ижади майҙансыҡта музыкаль композициялар менән бер рәттән билдәле шағир-яҙыусыларҙың әҫәрҙәре яңғырай, мәңгелек ҡиммәттәр тураһында йәнле аралашыу ойошторола. Һәләтле мәктәп уҡыусылары өсөн үҫеш мөмкинлеге. «Асыҡ» микрофон янына сығып, һәр кем ижади һәләттәрен күрһәтә ала.
Ысынлап та, артистар осрашыуҙың тәүге минутынан уҡ уҡыусыларҙың иғтибарын яулап, ижади проектҡа һөйөү уята алды. Һәр сығыштың көслө алҡыштар менән ҡабул ителеүе - башланғыстың уңышлы булыуын дәлилләй.
Күләмле проект үҫеп килгән быуынды әҙәбиәткә, театр сәнғәтенә ылыҡтырыу, уларҙа Ватанға ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған. Шулай уҡ «Пушкин карта»һын популярлаштырыу бурысы ла ҡуйылған.
Гөлназ Хәйбуллина



