Күгәрсен районың Мораҡ ауылында спартакиада үтте

Күгәрсен районың Мораҡ ауылы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында муниципаль райондар һәм Урал аръяғы ҡала хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәренең традицион спартакиадаһы үтте. Ярыштар 32-се тапҡыр ойошторолдо. Көслөләр, етеҙҙәр байрамы хаҡында киләһе яҙмала.

Ҡунаҡтарҙы башҡорт гимназияһы фойеһында йыр-бейеү менән ҡаршы алдылар. Сараны асыу тантанаһында улар күгәрсендәрҙең спорт ҡаҙаныштары менән танышты. Йәштәр көрәш, бокс, шашка, лапта, футбол һәм спорттың башҡа төрҙәре менән әүҙем шөғөлләнә. Районда йәш быуынды спортҡа ылыҡтырыу һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләү тығыҙ бәйләнештә алып барыла.

Спорт байрамында тиҫтәләгән район һәм Сибай ҡалаһы хәкимиәттәре хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Спартакиада физик культураны, спортты, сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу, Урал аръяғы райондары һәм ҡалалары хеҙмәткәрҙәре араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыу маҡсатын ҡуйҙы.

Спорт ярыштарында һәр команда берҙәмлек күрһәтте. Эстафетала ҡатнашыусы спортсыларға шыуышырға, һикерергә, ҡай ваҡытта йығылырға ла тура килде. Аыу буйынса беренсе урынды Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов , икенсе урынды Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов яуланы, өсөнсө баҫҡысҡа Йылайыр районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илшат Солтангәрәев күтәрелде. Күсмә кубок һәм киләһе спартакиаданы үткәреү хоҡуғы Учалы районына тапшырылды.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ