Ир-егеттәрҙең «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы составына йәки илдең төрлө хәрби округтарының башҡа подразделениеларына эләгеү мөмкинлеге бар. Контракт төҙөүселәр Оборона министрлығынан бер тапҡыр бирелә торған 195 мең һум, Башҡортостандан 100 мең һумлыҡ түләүҙәр алырға хоҡуҡлы. Айлыҡ эш хаҡы 204 мең һум тәшкил итә. Шулай уҡ хәрби званиелар һәм айырым ҡаҙаныштар өсөн өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә социаль льготалар бирелә. Контракт төҙөргә теләүселәр 122 һандары буйынса Ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала.






