Радий Хәбиров Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән ҡотланы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙе бөгөн, 21 февралдә билдәләнгән Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән ҡотланы.

Төбәк етксеһе социаль сәхифәһендәге посында башҡорт һәм рус телдәрендә:

«Башҡортостанда 130-ҙан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың һәммәһенең үҙ телендә һөйләшер, уны үҫтерер мөмкинлектәрен киңәйтеү - беҙҙең бурыс. Татыулыҡ һәм берҙәмлек - төп байлығыбыҙ. Уны һаҡлайыҡ. Халыҡ-ара туған тел көнө менән!» тип яҙып сыҡҡан. Ошонда уҡ туған телдең мөһимлеге тураһында ролик та беркетелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ