Батырлыҡ дәресе. Баймаҡ ҡалаһының ДОСААФ-да, 4-се һәм 3-сө мәктәп уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир менән осрашты. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
Мәктәп уҡыусыларының ғәҙәти булмаған батырлыҡ дәресендә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Баймаҡ” ҡушаматлы яҡташыбыҙ ҡатнашты.Ул балаларға үҙе, Рәсәй хәрбиҙәренең батырлыҡтары, шулай уҡ армияла хеҙмәт итеүҙең мөһимлеге тураһында һөйләне. Яуҙа ҡулланылған маскировка селтәрҙәре, каска, һалдат кружкаһы һәм башҡа әйберҙәр менән таныштырҙы.
Тыуған илгә һөйөү, хәрби бурысты үтәү тураһында барған батырлыҡ дәресе барышында, яугир уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Буласаҡ ил һаҡсыларының әрмегә ҡағылышлы белемдәре тикшерелде.
Яҡташыбыҙ ошо көндәрҙә йәнә хеҙмәткә юллана. Һалдаттың изге бурысын намыҫ менән үтәп, имен-һау ҡайтыуын теләп уға, әсәһе аҡ һөттән эсереп, икмәк тешләтеү йолаһын да күрһәтте.
Илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған Батырлыҡ дәресе асыҡ һауала дауам итте, уҡыусылар хәрби техникала йөрөнө. Яугир менән аралышыуға ҡоролған дәрестән һәр кем ҡәнәғәт ҡалды.
Осрашыу уҡыусылар өсөн тулҡынландырғыс та, иҫтәлекле лә булды. Бындай саралар балаларҙа Тыуған ил, яугир яҡташтар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Альбина Байегетова






