Турнирҙа республика район-ҡалаларынан һәм Ырымбурҙан ярты меңгә яҡын спортсы ҡатнашты. Программа буйынса айырым һәм төркөм менән сығыштар булды. Гимнастар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә туп, ҡоршау, булава һәм башҡа спорт ҡоралдары менән күнекмәләр күрһәтте.
Билдәле булыуынса, «Ал сәскә» турниры унынсы йыл рәттән уҙғарыла. Тәүге осорҙа художестволы гимнастика менән яңы ғына шөғөлләнә башлаусылар сығыш яһаһа, хәҙер был старттар барлыҡ йәш категорияларын да берләштерҙе. Шулай уҡ ҡатнашыусылар спорт разрядын күтәреү мөмкинлегенә эйә.






