Илһам тулы йөрәк. Рәссам Рива Ғәлләмованың яңы асылған күргәҙмәһе ошолай исемләнгән. Экспозицияны асыу тантанаһы Өфө ҡалаһы тарихы музейында уҙҙы. Күргәҙмәлә портрет жанрында башҡарылған 20-нән ашыу ижад емештәре ҡуйылған. Уларҙа Өфөнөң билдәле шәхестәрен танырға мөмкин.
Белеме буйынса архитектор булған Рива Ғәлләмова ике тиҫтә йылдан ашыу «Таң» рәссамдар халыҡ клубы ағзаһы булып тора. Уның ижади эштәре республика һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә йыш ҡуйыла. Ижадында төрлө техника: акрил, майлы буяуҙар, төҫлө ҡәләмдәр ҡуллана. Киләсәктә ҡыл ҡәләм оҫтаһы үҙ ғаилә шәжәрәһен портреттар ярҙамында сағылдырмаҡсы. «Илһам тулы йөрәк» экспозицияһы 15 мартҡа тиклем эшләй.



