Бүздәктә яугирҙәр ҡатындары һәм әсәләре иптәштәре һәм улдарына йырлы сәләм ебәрҙе. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан район мәҙәниәт һарайында тантаналы концерт үтте. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр ҡатындары һәм әсәләре сығыш яһаны. Район мәҙәниәт һарайы методик кабинеты етәксеһе Гүзәл Ғәлләмова һөйләй.
Лилиә Хазиеваның улы Рөстәм махсус хәрби операцияла ҡатнаша. “Йыр аша яҡындарыбыҙға сәләм еткерәбеҙ һәм һөйөүебеҙҙә белдерәбеҙ”, - ти әсә кеше.






