2023 йылда 1 миллион 202 квадрат метр файҙаланыуға тапшырылған. Был турала бөгөн ҡала советы ултырышында белдерелде. Бөгөн торлаҡ төҙөлөшөнә 175 рөхсәт ҡағыҙы бирелгән. Йорт-фатирҙарҙың дөйөм майҙаны 3 миллион квадрат метрҙан ашыу. Улар 2030 йылға тиклем файҙаланыуға тапшырыла, тине ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.







