Был һан арта бара. Эске эштәр министры Александр Прядко бөгөн Республика парламентында ошо турала белдерҙе. Уҙған йылда мутлашыусыларҙан күрелгән зыян суммаһы 2 миллиард ярым һумдан арта. Республикала кибер енәйәттәр Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Салауат, Октябрьский ҡалаларында күп теркәлә. Алданыусыларҙың 95 проценты мутлашыусылар тураһында хәбәрҙар, әммә барыбер ышанған.







