Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәтсәндәргә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Бөгөн Өфөлә, Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәтсәндәргә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы, юғары һөнәри оҫталыҡ, көндәлек хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерҙе.

Бөтәһе йөҙгә яҡын төрлө һөнәр эйәләре күп йыллыҡ хеҙмәтенә баһа алды. Хәрби комиссариат, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, юристар, иҡтисадсылар, сауҙа өлкәһе һәм башҡа тармаҡта эшләүселәр Башҡортостандың Почет грамотаһы, Салауат Юлаев, Миңлеғәле Шайморатов ордендары һәм башҡа дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Улар араһында беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ ҙә бар. Утыҙ йылдан ашыу телевидениела техниканың, айырыуса видеокамераларҙың төҙөклөгө өсөн яуаплы Илфат Ханафин Башҡортостандың атҡаҙанған ай ти индустрияһы хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ