Быйыл улар республиканың тағы ла 4 районда барлыҡҡа килгән. 6 йыл эсендә генә төбәктә 36 кинозал яңыртылыуын Радий Хәбиров Башҡортостан кинематографистары менән осрашыуында белдерҙе.
Һуңғы йылдарҙа Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы тәҡдим иткән картиналар ил кимәлендә танылыу яулай бара. «Төньяҡ Амурҙары» йәнһүрәтен миҫалға килтереү ҙә етә. Ошоға бәйле, башҡорт киноһының киләсәген төҫмөрләгән төрлө яҡлы һорауҙар, шул иҫәптән тармаҡ проблемалары ла уртаға һалып һөйләшелде. Милли киноиндустрияһын үҫтереүҙе булышлыҡ итеү мөмкинлектәре лә ҡаралды.
Осрашыу барышында уҙған йылға йомғаҡ яһау менән бергә, быйыл көтөләсәк премьералар ҙа анонсланды. Улар тап республика башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған.






