Йыл дауамында республикала йәшәүселәр мутлашыусылар арҡаһында 2 миллиард ярым һумдан ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Был һандарҙы бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың пленар ултырышында Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры Александр Прядко иғлан итте. Парламент алдында отчет телмәре менән Башҡортостандың Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле сығыш яһаны, Михаил Закомалдин йәмғәтәселекте борсоған төп проблемаларға туҡталды. Депутаттар 4 тиҫтәгә яҡын закон проектын да ҡараны. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Иң мөһим ҡануни документтар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Парламент ултырышында бөгөн ҡаралған закон проекттарының күбеһе ауыл ерендә йәшәүселәргә, аграр тармаҡҡа ҡағыла. Мәҫәлән, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр өсөн һалым ставкаһын 0 процент күләмендә билдәләү. Ошондай уҡ закон Башҡортостанда һуңғы 3 йылда тормошҡа ашырылды һәм үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатланы. һалым ташаламаһы менән 500-ҙән ашыу фермер файҙаланған, хәҙер ҡануни документтың ваҡыты тағы ла оҙайтыла.
Быйыл Рәсәй президенты һәм Башҡортостан башлығын һайлау үтә. Мөһим сәйәси кампания алдынан Һайлау кодексына өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индерелә. Уға ярашлы кандидаттар Үҙәк һайлау комиссияһына хөкөмгә тарттырылғанмы, юҡмы икәнлеге хаҡында мәғлүмәт бирергә тейеш. Икенсенән, кандидаттарға үҙҙәренең агитация материалдарын Росфинмониторинг системаһына индерелгән интернет ресурстарға урынлаштырыу тыйыла. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа үҙ тауышын бирә аласаҡ.
Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындаға закон проектына ла үҙгәрештәр индерелә. Уға ярашлы, йәмәғәт урындарында эттәрҙе бәйһеҙ һәм морондоҡһоҙ йөрөткән штраф күләме арттырыла. Әлеге ваҡытта уның суммаһы 500 һҡмдан 2 меңгә тиклем.
Биологик ҡалдыҡтар, йәғни мал зыяраттарын файҙаланыу һәм юҡҡа сығарыу буйынса ла яңылыҡ бар. Закон проектына ярашлы, биологик ҡалдыҡтарҙы уртаса һәм айырыуса хәүефле категорияларға бүлергә һәм ликвидациялау тәртибен билдәләргә тәҡдим ителә.
Парламент ултырышында шулай уҡ коммерция булмаған ойошмалар эшмәкәрлеге, халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, үҫтереү, урындағы үҙидара, коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса закон проекттары ҡаралды.
Рәмзиә Кәримова



