Өфөнөң 1-се республика полилингваль күп профилле гимназияһында «Технология» фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы үтте. Ике көнгә иҫәпләнгән ярыш дүрт йүнәлеш буйынса ойошторола. Улар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
Технология буйынса олимпиада һөнәри компетенциялар конкурсына оҡшаған. 9, 10 һәм 11-се класс уҡыусылары төрлө өлкәлә үҙ көстәрен һынай. Был оҫтаханала, мәҫәлән, ҡул менән, механик рәүештә ағас эшкәртәләр. Баҡалы ауылынан Динар Мөхтәруллин атаһы кеүек балта оҫтаһы булырға теләй. Әле үк үҙ ҡулдары менән һауыт-һаба, көндәлек кәрәк-яраҡтары эшләй. Олимпиада сиктәрендә бирелгән эште лә тиҙ арала башҡарып ҡуймаҡсы.
Ҡыҙҙар иһә тегеү-сигеү оҫталыҡтарын күрһәтә. Был юлы уларға үҙенсәлекле яға тегергә кәрәк.
Олимпиада һынауҙарын реаль ваҡытта үтеүҙән тыш, ҡатнашыусылар өйҙә әҙерләп килгән проекттарын да яҡланы. Әлшәй районынан Азалия Мортазина ваҡ-төйәк әйберҙәр өсөн тирмә формаһындағы ҡумталар тәҡдим итә.
Технология буйынса төбәк олимпиадаһында яңы йүнәлештәр ҙә бар. Уларҙың береһе - «Робототехника». Унда ҡатнашыусы малай-ҡыҙҙар программа яҙып, айырым командалар үтәүсе робот уйлап сығара. «Мәғлүмәти хәүефһеҙлек» йүнәлешендә ҡатнашыусылар виртуаль киңлек аша икенсе компьютерҙа булған кәрәкле мәғлүмәтте ала белергә тейеш. Уҡыусылар һынатмаһын өсөн ярышҡа тиклем олимпиаданың төбәк операторы - «Аврора» үҙәге уҡыуҙар ойошторған.
Артабан да ошо йүнәлештәр буйынса уҡырға теләүселәр өсөн олимпиада яҡшы бонустар бирә. Төбәк этабы еңеүселәре һәм призерҙарына юғары уҡыу йорто ҡарары буйынса, Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренә 10-15 балл өҫтәлә. Ә Бөтә Рәсәй олимпиадаһында беренсе урын алған уҡыусы теләгән техник вузды һайлай ала.
Әлфинә Килдейәрова



