Улар юғары уңдырышлы, ҡоротҡос һәм ҡырыҫ һауа торошона ҡаршы сыҙамлы. Фәндәр академияһының Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты белгестәре уларға Башҡорт-12 һәм Башҡорт-29 тип исем ҡушҡан. Әле орлоҡсолоҡ белгестәре яңы яҙғы сәсеү миҙгеленә әҙерләнә. Уларҙың эше менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина танышты.
Фотосепаратор ҡаты һәм йомшаҡ бойҙайҙы айырыу өсөн тәғәйенләнгән. Йомшаҡ бойҙай ононан - икмәк, ә ҡатыһынан макарон етештерелә.
Селекция үҙәгендә заманса йыһаздар файҙаланылһа ла, күп эш ҡул көсө менән башҡарыла.
Судан үләне - башҡорт селекционерҙарының тағы ла бер уңышлы тәжрибәһе. Ул мал аҙығы. Һуңғы ике - «Орнамент» һәм «Биктимеров иҫтәлегенә» тип исемләнгән яңы сорттар әле дәүләт һынауын үтә. Элеккеләре менән сағыштырғанда, күпкә һутлыраҡ һәм уларҙа шәкәр миҡдары юғарыраҡ. Файҙаһы буйынса хатта кукуруз менән тиңләшә ала. Селекционерҙарҙың сираттағы үҙенсәлекле сорты - һепертке сОргоһы. Файҙаһын хужабикәләр баһалай ала.
Башҡорт селекционерҙары төрлө ауыл хужалығы культураларын камиллаштырыу өҫтөндә эш алып бара. Әйтәйек, былтыр борсаҡтың тағы ла ике яңы сорты патент яулаған.
Ә бойҙайҙың «Башҡорт - 12» һәм «-29» яңы сорттарының гектар ҡеүәте 50 центнерға тиклем етә. Башҡорт селекционерҙарының был уңышы ла патент алған. Быға тиклем яңы линияларҙы сығарыу өсөн 7-10-15 йыл талап ителһә, бөгөн селекционерҙар был ваҡытты 2 йылға тиклем тиҙләтергә тырыша. Генетиктар ярҙамында был маҡсат та оҙаҡламай тормошҡа ашасаҡ.
Бер быуатлыҡ тарихында Башҡортостандың ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты 260-тан ашыу яңы сорт сығарған. Ойошма илдә алдынғыларҙан һанала. Иң мөһиме, башҡорт селекционерҙары ярҙамында республиканың аграр ҡеүәте арта.
Рәзилә Ғиниәтуллина



