Владимир Путин Башҡортостан вәкилдәренең тәҡдимдәрен хупланы

Мәскәүҙә “Яңы дәүер өсөн көслө идеялар” форумы уҙҙы. Унда Рәсәй Президентын Өфөнән Наталья Агеева тәҡдиме менән таныштырҙылар. Ул Сәләмәт әсә көнө проектын әҙерләгән. Мотлаҡ медицина страховкалау нигеҙендә федераль программа булдырыу ҡарала. Бала тапҡан әсәгә “берҙәм тәҙрә” тәртибендә төрлө хеҙмәттәр түләүһеҙ күрһәтелә. Эшҡыуар Ренат Хәбиров форум барышында “Беҙҙекеләрҙе бел” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашты. Яҡташыбыҙ финалға сыҡты һәм Владимир Путинды бизнесы менән таныштырҙы. Эшҡыуар сауҙа һәм туризм өсөн мобиль ҡорамалдар етештереү менән шөғөлләнә. Тиҙҙән компанияла 100 берәмек фургон сығарыу ҡарала. Башҡортостандан “Яңы дәүер өсөн көслө идеялар” форумына быйыл 3 мең 700-ҙән ашыу тәҡдим ҡабул ителгән. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика илдә алдынғы урында килә.

Фото №1 - Владимир Путин Башҡортостан вәкилдәренең тәҡдимдәрен хупланы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ