Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, милли проект буйынса Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында ремонт дауам итә. Биләмәлә 2 мең километр юлды төҙөкләндереү бурысы тора. Ҙур проекттарға килгәндә, быйыл Өфөлә Көнсығыш сығыу юлын төҙөү тамамлана, Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы трассаһы тулыһынса файҙаланыуға тапшырыла. Стәрлетамаҡта Ағиҙел йылғаһы аша күпер яңыртыла, Ауырғазы районында Талбазы ауылын урау юлы һалына, шулай уҡ Борай, Саҡмағош һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында ауылдарға ингән юлдар ремонтлана.




