Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары закон ҡабул итте. Хеҙмәткәрҙәр һанын артыҡ ҡыҫҡартмаған хужалыҡтар льготалы шарттар менән файҙалана ала. Республикала берҙәм ауыл хужалығы һалымына ташлама 2021 йылдан 2023 йыл аҙағына тиклем ғәмәлдә булды. Уның менән 500-ҙән ашыу ойошма файҙаланған һәм 165 миллион һум экономиялай алған.




