Өфө лимонарийында бөгөн ошондай атамалы лимон сорты менән таныштырҙылар. Ул сиргә һәм ҡоротҡостарға бирешмәй. Эре емештәр бирә. Селекционерҙар уны милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың исеме менән атаған. Хужалыҡ етәксеһе Фәриҙә Садыҡова әйтеүенсә, лимондың был сортын йылы япма аҫтында ла, асыҡ һауала ла үҫтерергә була.
Лимондың “Салауат” сорты Рәсәй цитрус емештәре дәүләт реестрына индерелгән.







