Күгәрсен районында 39 йәшлек ҡатын ялған брокерҙарға 3 миллион һум күсергән

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, ханымға үҙен ҙур инвестиция компанияһы вәкиле булараҡ таныштырған кеше шылтыратҡан һәм аҡса эшләргә тәҡдим иткән. Бының өсөн ҡатын кредит алған. Аҡса күсерелгәс брокер элемтәгә сыҡмаған. Полиция халыҡҡа таныш булмаған телефон номерҙарын алмаҫҡа һәм буш вәғәҙәләргә ышанмаҫҡа кәңәш итә. 

Фото №1 - Күгәрсен районында 39 йәшлек ҡатын ялған брокерҙарға 3 миллион һум күсергән
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ