Республикала «Мәғарифты үҫтереү» федераль программаһы буйынса 140 белем усағы яңыртылған

Башҡортостан 2019-2023 йылдар йомғаҡтары буйынса республикала төҙөлгән һәм ремонтланған мәктәптәр һәм балалар баҡсалары һаны буйынса илдең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инде. Республикала «Мәғарифты үҫтереү» федераль программаһы буйынса 140 белем усағы яңыртылған. Ошо маҡсатта федераль ҡаҙнанан 7 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева Ҡырмыҫҡалы районында төҙөкләндерелгән мәктәптәрҙә булды.

Беренсе класс уҡыусылары быйыл яңыртылған мәктәптә белем ала. Уларҙың бәхетенә Ҡырмыҫҡалы икенсе урта дөйөм белем биреү мәктәбе сентябрҙә капиталь төҙөкләндереүҙән һуң асылған. Балаларға уҡыу, ә педагогтарға белем биреү өсөн заманса шарттар тыуҙырылған.

Ете ай эсендә иҫке мәктәп тулыһынса ремонтланған. Бинаның стеналары ғына элекке. Ҡыйыҡ, тәҙрәләр, иҙән- түбәләр, инженер селтәрҙәр, ишектәр- бөтәһе лә яңы. Бынан тыш матди- техник база нығытылған.

900-гә яҡын бала белем алған мәктәп өсөн ил һәм төбәк ҡаҙнаһынан 60 миллион һум аҡса бүленгән. Һәр кабинет дизайн буйынса биҙәкләнгән.

Республикала мәктәптәрҙе ремонтлау ил президенты указына ярашлы алып барыла. «Мәктәп мәғариф системаларын модернизациялау» проектының «Мәғарифты үҫтереү» программаһы 5 йылға иҫәпләнгән.

Яңыртылғандан һуң буяу еҫе лә бөтмәгән спорт залында егеттәр Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрамға әҙерләнә. Тамаша залынан рухлы йырҙар ишетелә. Әйтергә кәрәк, башлыса сыуаш халҡы йәшәгән ауылда уҡыусылар башҡорт телен яратып уҡый һәм кисәләрҙә башҡортса йырҙар башҡара.

179 бала белем алған белем усағында хәҙер уҡытыу өсөн уңайлыҡтар ҡаланыҡынан ҡалышмай. Кластан тыш саралар өсөн дә кабинеттар булдырылған һәм йыһазландырылған.

Федераль проект буйынса 2022 йылдан 2026 йылға тиклем башлыса уҙған быуат урталарында төҙөлгән белем усаҡтары яңыртыла. Төп бурыс - балаларҙы уҡыуҙағы уңыштарға дәртләндереүсе уңайлы, заманса белем биреү майҙансығы булдырыу.

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ