Мәҙәни саралар, спорт уйындары, өмәләр ярҙамында айыҡ тормошҡа эйәреүселәр хаҡында киләһе яҙмала.
Күгәрсен районының Аҙнағол ауылы Теләүембәт ауыл биләмәһенә ҡарай. Абруйлы конкурста икенсе йыл рәттән ҡатнашалар. Быйыл иһә муниципаль этапта еңеү яулап республика кимәлендә сығыш яһаясаҡтар. Ауыл халҡы берҙәм һәм татыу ғүмер итә, ғөрәф-ғәҙәттәрҙе, дини йолаларҙы үтәй. Әҙәп һәм әхләҡ нигеҙҙәренә таянып йәшәүсе Аҙнағолдарҙың «Айыҡ ауыл» республика конкурсында еңеп сығыуға ышанысы көслө.
Айыҡлыҡ яҡлылар ауыл тарихын сағылдырған рәсми документтарҙы, фотоһүрәттәрҙе, тормош-көнкүреш йыһаздарын үҙенсәлекле музейҙа туплаған. Унда район һәм республика үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәр, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары булмышы менән танышырға мөмкин.
Ауыл ағинәйҙәренән ҡыҙ балалар ҡул эштәрен, аш-һыу бешереү серҙәрен өйрәнә.Улар йәштәргә тәүфиҡлы һәм иманлы булып үҫеүҙәрен теләп доға ҡыла.
Рухи тәрбиә биреү өлкәһендә лә Аҙнағолдар районда алдынғы урындарҙың береһен биләй. «Ихлас» мәсетендә икенсе йыл ислам дине нигеҙҙәре уҡытыла.
Аҙнағол ауылының күрке-татыу, эшһөйәр, айыҡ тормош алып барған ғаиләләр. Улар араһында өлгөлө ғаилә башлыҡтары Рәйлә менән Рәшит Рыҫмөхәмәтовтар
Уңған ғаиләләр күпләп мал аҫрай, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, дарыу үләндәрен йыя.
Аҙнағол ауылында йәшәүселәр, иң яҡшы дауа аяҡ аҫтында тигән фекерҙә.
Аҙнағолда мәҙәни сараларҙа, ауылды төҙөкләндереү буйынса өмәләрҙә спиртлы эсемлектәр ҡулланыу тыйылған. Сауҙа нөктәләрендә лә алкоголь һатыу рөхсәт ителмәй. Айыҡ ауыл республика конкурсында ҡатнашыу, кәйеф-сафа ҡороп йәшәргә яратыусыларҙың тормошон төбө-тамырынан үҙгәртергә мәжбүр иткән.
Гүзәл Борханова






