Стәрлетамаҡҡта «Сәрби» эстрада-фольклор ансамбленең Ғаилә йылына арналған концерты үтте

«Йөрәктән сыҡҡан һүҙ йөрәктәргә барып етә»... Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә «Сәрби» эстрада-фольклор ансамбленең Ғаилә йылына арналған концерты шулай аталды. Мәҙәни программаға ярашлы, сыуаштарҙың йола, ғөрөф-ғәҙәттәре, халыҡ йырҙары, бейеүҙәре күрһәтелде. Тамашала Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Елена Федорова юмористик хикәйәләрен уҡып, тамашасыларҙың күңелен асты.

Концерт аншлаг менән үтте. Тамашасылар һәр сығышыбыҙҙы йылы ҡаршы алды. Ҡалала халыҡ сәнғәтен, мәҙәниәтте һөйөүселәр күп булыуы һөйөндөрҙө. Беҙ уларға туған телебеҙҙең моңон еткерҙек.

Олеся Пескова, «Сәрби» сыуаш эстрада-фольклор ансамбле етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ