Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашып, бөгөнгө осорҙа ғәҙәти ир-егеттәр байрамы айырым юғары мәғәнәгә эйә булыуын билдәләне. Барлыҡ ил һаҡсыларының берләшеү символына әйләнде ул. Сара сиктәрендә ҡаһарман яҡташтарыбыҙға дәүләт наградалары тапшырылды, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған концерт программаһы күрһәтелде. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылыш төп дәүләт символдары - Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын сығарыуҙан башланды. Дәүләттең бай тарихы, ныҡлы бөгөнгөһө, илһөйәр халҡы сағылышы булып гимндар яңғыраны. «Башҡортостан» концерт залында ҡаһарман яҡташтарыбыҙ - Рәсәй геройҙары, ветерандар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре йыйылғайны. Республика башлығы Радий Хәбиров үҙ сығышында ил һаҡсыларын етеп килгән байрам менән ҡотлап үтте.
Ҡулдарына ҡорал алып, ил һағына баҫҡан яугирҙар араһында төрлө һөнәр эйәләре - уҡытыусылар, инженерҙар, шулай уҡ етәкселәр, депутаттар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, журналистар ҙа бар
Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренең дә үҙҙәрен геройҙарса күрһәтеүен билдәләне. Аҡ халатлы белгестәр Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында эшләй, шулай уҡ алғы һыҙыҡта Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы составында хәрбиҙәрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡара.
Махсус хәрби операция башланыу менән республикала Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов, Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальондар төҙөлгәйне, былтыр уларҙың сафын «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы тулыландырҙы. Хәрби юл һайлаған ҡаһарман яҡташтарыбыҙ еңеүгә ныҡлы ышаныс менән ҡарай. Тантаналы сараға яңы ғына отпускыға ҡайтыусылар ҙа саҡырылғайны. Күкрәктәге миҙал-ордендар - ҡаһарманлыҡ билдәһе.
Ошо көндәрҙә ил президенты Указына ярашлы, Афған һуғышы ветераны, «Башҡортостан» полкының танк батальоны командиры Андрей Мигуновҡа үлгәндән һуң Рәсәй геройы исеме бирелде. Сәхнәнән «Алтын йондоҙға» лайыҡ булған тағы ла ете ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың исемдәре яңғыраны. Араларында тыуған ил өсөн батырҙарса һәләк булғандар ҙа бар. Геройҙар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.
Тантаналы йыйылышта бер төркөм ҡаһарман яҡташтарыбыҙға генерал Шайморатов ордены һәм миҙалы тапшырылды. Наградаға яҙыусы, отставкалағы подполковник, хәрби бәрелештәр ветераны Мәхмүт Сәлимов та лайыҡ булды. Хәрбиҙәр династияһынан булған яҡташыбыҙ Дондағы Ростовта йәшәй. Ижад итеү менән бер рәттән йәмәғәт эшенән дә айырылғыһыҙ, Ростов өлкәһе башҡорттарының яҡташтар ойошмаһын етәкләй. Мәхмүт Бакир улы махсус хәрби операция башланыу менән ирекмәнлеккә әүҙем ҡушылған. Дондағы Ростов һәм Ейск ҡалалары хәрби госпиталдәрендә яраланған хәрбиҙәргә гуманитар һәм юридик ярҙам күрһәтә
Башҡортостан беҙҙең армия өсөн ныҡлы ышаныслы тылға әйләнде, тине Радий Хәбиров. Оборона предприятиелары производство күләмен бермә-бер арттырҙы. Аҙна һайын махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылауҙар оҙатыла. Олоһо ла, кесеһе лә ирекмәнлек эшенә ҡушылды.
«Ватан, ҡараманлыҡ һәм дан тураһында».. Мәҙәни программаға килгәндә, ул илһөйәрлек менән тулы күләмле музыкаль-хореография тамашаһынан - балалар хоры һәм кадеттарҙың рухлы сығышынан башланды. Шулай уҡ концертта Башҡортостандың билдәле артистары, ижади коллективтары йыр-бейеүҙәре аша ил һаҡсыларының рухын күтәрҙе. «Геройҙар ваҡыты» фестиваленән дә музыкаль композициялар яңғыраны. Сараға тамаша ҡылған яугирҙар билдәләүенсә, тыуған илгә һөйөү, ҡандан килә.
Хәрбиҙәргә, уларҙың ғаиләләренә хәстәрлек күрһәтеү - барыбыҙ өсөн дә бөгөн мөһим, тине Республика башлығы Радий Хәбиров. Был йүнәлештә Ватанды һаҡлаусцлар фондының Башҡортостандағы филиалы ҙур эш башҡара. Ярҙам поезы акцияһы сиктәрендә генә ун алты район ҡалала ете меңгә яҡын мөрәжәғәт ҡаралған. Психологик, медицина, юридик ярҙам күрһәтелгән. Бөгөн дә белгестәр сарала ҡатнашыусыларға консультациялар ойошторҙо
Гөлназ Хәйбуллина



