2024 йылда республика мәктәптәрен төҙөкләндереү өсөн 1 миллиард 500 миллион һум күләмендә аҡса бүленә. Федераль ҡаҙна сығымдарына Башҡортостанда 31 белем усағына капиталь ремонт эшләү күҙалана.
Президент программаһында ҡатнашыусы Рәсәй субьекттары араһында республика лидерҙар иҫәбендә. Был турала Федерация советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комтитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова видеоконференция ултырышында белдерҙе. Төбәктә профилле ведомство һәм төҙөлөш ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү системаһы яйға һалынған.
Даими нигеҙҙә төҙөлөш блогы, подрядсы ойошмалар, муниципалитет башлыҡтары һәм мәғариф бүлеге ҡатнашлығында ведомство-ара эш ойошторолған. Ата-әсәләр һәм уҡыусылар менән үҙ-ара эш итеү системаһы ла яйға һалынған. Ултырышта видеобәйләнеш аша төҙөкләндереләсәк мәктәп етәкселеге эш барышы менән таныштырҙы.






