Өфө лимонарийында «Салауат» сортлы лимондың презентацияһы үтте

Сара Өфө ҡалаһының 450 һәм милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың 270 йыллығына арнала. «Салауат» лимонының байрамына Салауат районы, хоккей клубы етәкселәре, ошо исемде йөрөткән ир-егеттәр саҡырылған. Башҡортостан ерлегендә уйлап сығарылған цитруслы емештең исем туйында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ҡатнашты.

Эре, әсе, хуш еҫле. «Салауат» лимоны башҡа бер сортҡа ла оҡшамаған. Ул Башҡортостан ерлегендә уйлап сығарылған, емеш биргән цитрус ағасы. Өфө лимонарийының ғорурлығы.

Өфө лимонарийы 1990 йылдан эшләп килә. Уның Өфөнөң визит карточкаһы, биҙәге тип атарға мөмкин. Бында йыл һайын 30 мең тирәһе кеше экскурсияға килә. 1 гектарҙан ашыу майҙанды биләгән йәшел батшалыҡта 1 мең 300 төп лимон ағасы, 500-ҙән ашыу төрлө тропик үҫемлектәр үҫтерелә. Әммә лимонарийҙың төп ҡаҙанышы үҙебеҙҙең селекицонерҙар тарафынан сығарылған сорттар.

Әлбиттә, Өфө лимонарийының ҡаҙаныштары тәү сиратта бар ғүмерен ошо эшкә бағышлаған Фәриҙә Садиҡованың исеме менән бәйле. Сарала ҡатнашыусылар фекеренсә, был мөғжизә оҙайлы йылдар дауамындағы эшмәкәрлек һөҙөмтәһе.

Өфө лимонарийы илдә ябыҡ шарттарҙа лимон үҫтереү буйынса тәүге тәжрибә була. Ул үҙен аҡлай. Һуңғараҡ инде башҡа төбәктәрҙә лә лимон теплицалары барлыҡҡа килә.

Өфө лимонарийы үткән йылда 20 тоннанан ашыу лимон һатыуға сығарған. Цитрус емешенә ихтыяж ҙур. Халыҡ август айынан уҡ лимондың ҡасан өлгөрөүен һорап шылтырата башлай. Әле белгестәр лимондың яңы сортын сығарыу өҫтөндә эшләй, уға Өфө тип исем бирелгән дә инде.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ