Хәйбулла районы командаһы «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары»нда ҡатнашасаҡ

«Ылаҡ» уйынында көс һынашасаҡ команда 8 февралдән алып ярыштарға етди әҙерләнгән. Степной ауылында үткән ылаҡ төрки халыҡтары милли спорт төрө буйынса күнекмәләр хаҡында киләһе яҙмала.

Хәйбулла районында боронғо милли уйын тергеҙелә. Боронғо уйындарҙың береһе булған ылаҡ Үҙәк Азия халыҡтарынан тыш, башҡорттарҙа ла киң таралған булған. Уйындың асылы: ат сабышында кәзә һөлдәһен, ылаҡты яулап алыу, уны дәғүәселәр тартып алырға маташҡанда, тотоп алып ҙур ҡаҙанға ырғытыу

Хәйбулла районы командаһы Бөрйән районында үтәсәк ҡышҡы ярыштарға әҙерләнә. Ветеринарҙар аттарҙың электрон чиптарын тикшерә, сөнки ярыштарға килгән бөтә аттар, уның тоҡомона ҡарамаҫтан, чипланған булырға тейеш. Степной ауылында күнекмәләр өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Күп милләтле татыу командала иң өлкән уйынсыға 35 йәш.

Күнекмәләргә егеттәр үҙҙәренең аттарын алып килде. Беҙ уларҙы яҡшы шарттарҙа тәрбиәләп торабыҙ, айға яҡын көн һайын ошо аҡланда ярышабыҙ. Егеттәр тренировкаларҙы ҡалдырмай шөғөлләнә. Уларҙың маҡсаты - Бөрйәндә ылаҡ уйынында еңеүсе булыу.

Илгиз Тажетдинов, ылаҡ уйыны төрки халыҡтары милли спорт төрө буйынса Хәйбулла районы командаһы тренеры

Тәү ҡарашҡа ябай ғына булып күренһә лә, ылаҡ техник яҡтан ҡатмарлы уйын. Уның өсөн оҙайлы һәм ныҡышмалы күнекмәләр талап ителә. Ылаҡта ҡатнашыусы һыбайлылар рухи һәм физик көскә эйә, эйәрҙә йөрөгәндә айырыуса таһыллы булырға тейеш. Толпарҙың тышҡы биҙәлешенә лә талаптар етди, билбауҙар металл биҙәүестәрһеҙ булырғ а тейеш.

Ылаҡ уйындары Ватанды һаҡлаусылар көнөндә үтәсәк. «Урал батырҙың ҡышҡы уйындарында» Хәйбулла районының ылаҡсылар командаһы Бөрйән еренең Күҙәмбәт яланында ылаҡты ҡаҙанға ташлау буйынса ярышта берҙәмлек һәм таһыллыҡ күрһәтәсәк.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ