Башҡорт дәүләт медицина университеты ойошторған спорт сараһында уҡытыусылар һәм студенттар ҡатнашты. Ғәмәлдәге һәм буласаҡ табиптар саңғы һәм сноуборд ярыштарында көс һынашты. Фестиваль ун йыл элек Сочиҙағы Олимпиадаға ирекмәндәр әҙерләү сараһы булараҡ барлыҡҡа килеп, бөгөн йолаға әүерелгән. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Спорттың файҙаһын улар бөтәһенән дә яҡшыраҡ аңлай. Саңғысыларҙың мускулдары ныҡ, йөрәктәре сыҙамлы. Шуға ла табиптар был спорт төрөн пациенттарына тәҡдим итеп кенә ҡалмай, үҙҙәре лә шөғөлләнә.
Саңғы юлына уҡытыусылар ғына түгел, уларҙың студенттары ла баҫты. Ҡышҡы спорт төрҙәре фестивале 2014 йылда Олимпиадаға ирекмәндәр әҙерләү сараһы булараҡ барлыҡҡа килгән. Ҡасандыр күнекмә булараҡ ҡына ойошторолған сара бөгөн йолаға әүерелеп, 10-сы тапҡыр ойошторола.
Медицина университеты ойошторған ҡышҡы спорт төрҙәре фестивале төрлө юғары уҡыу йорттары студенттарын берләштерҙе. Тәүге йылдарҙа студент булараҡ ярышта ҡатнашыусылар бөгөн уҡытыусы вазифаһына еткән.
Ә көньяҡ төбәктәрҙән килгән студенттар өсөн айырым оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Уларҙың бөтәһе лә тиерлек саңғыға тәүгә баҫҡан. Үҙҙәре әйтеүенсә, ҡышты яратып өлгөргәндәр.
Быйылғы фестиваль йылдағыса күңелле һәм сәмле үтте. Ә сит ил студенттары иһә, оҫтарғас, киләһе йыл ярышыусылар сафына баҫырға өмөт итә.
Рәзилә Ғиниәтуллина



