Радий Хәбиров яугирҙәрҙе иҫкә алыу сараларында ҡатнашты

Бөгөн Республика Башлығы  Өфөлә  Еңеү паркында Ватанды  һаҡлаусылар көнө уңайынан тантанала ҡатнашты. Радий Хәбиров Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәйкәленә  сәскә  һалды. Бөйөк Ватан һуғышында  һәләк булғандар бер минут тынлыҡ  менән иҫкә алынды.  Өфөлә  Еңеү паркы 1947 йылда асылған.  Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн шулай уҡ Совет майҙанында Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә  сәскә һалды. Сарала Ҡораллы көстәр ветерандары, махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Радий Хәбиров майҙанда ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр менән әңгәмәләште.  - Улар  иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға тейеш. Беҙ уларҙы көтәбеҙ, - тине Республика Башлығы. 

Фото №1 - Радий Хәбиров яугирҙәрҙе  иҫкә  алыу сараларында ҡатнашты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ