Бөгөн уларҙы “Өфө-Арена” спорт комплексы алдындағы майҙандан туғандары һәм яҡындары оҙатты. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов яугирҙәр ҡаһарманлығын юғары баһалап, тыуған яҡтарына имен-һау ҡайтыуҙарын теләне.
Көс туплап, туғандары менән ваҡыт үткәргән яҡташтарыбыҙ Ватанды һаҡларға әҙер.
Яугирҙәрҙе оҙатыу тантанаһында Рәсәй Геройы, Генерал-майор Сергей Тулин ҡатнашты. Ватан алдында хәрби бурысын үтәгән һалдаттарҙы ул Ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө тип билдәләне.
Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына “Башавтотранс” автобустары алып бара.







