Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Усла Өфө” ҡушаматлы яугир шулай тип белдерҙе. Ул Баймаҡ районынан. Әле хәрби подразделениеларҙың береһендә медицина хеҙмәте етәксеһе.
“Башҡортостан яугирҙәре ҡыйыу һәм берҙәм”. Александр Доставалов исемендәге батальон взводы командиры, өлкән лейтенант “Дим” ошо турала белдерҙе. “Ир-егеттәребеҙ махсус операцияла сыҙамлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә”, - тине ул.
Республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр һәм 45 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар алына. Гүзәл заттар алғы һыҙыҡта медицина хеҙмәткәре, элемтәсе һәм ашнаҡсы булып эшләй ала. Берҙәм белешмә телефоны: 117.







