Владимир Путин Башҡортостан башлығын ҡотланы

Бөгөн Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Рәсәй Президенты Владимир Путиндан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров исеменә ҡотлау килгән.

Беҙ ата-бабаларҙың үлемһеҙ ҡаһарманлығы менән ғорурланабыҙ. Бөгөн дә Рәсәй халҡы патриотик традицияларҙы үтәүселәргә, Тыуған илгә тоғро булыусыларға хөрмәт белдерә. Һеҙгә һаулыҡ, уңыштар һәм изгелек теләйем, тиелә ҡотлау хатында.

Премьер-министр Михаил Мишустин да үҙенең ҡотлау телеграммаһында был байрам Рәсәйҙең үткәнен, бөгөнгөһөн һәм киләсәгәне ҡәҙерләгәндәрҙе, бөтә ғүмерен Тыуған илгә хеҙмәт итеүгә бағышлағандарҙы берләштерә тип билдәләгән.

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән Президенттың Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров та ҡотлау ебәргән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ